Ишморат Илбәков “Алатау алабында” исемле халыҡ-ара фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булды

Ишморат Илбәков “Алатау алабында” исемле халыҡ-ара фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булды

Күптән түгел Ҡазахстан Республикаһының Алматы ҡалаһында “Алатау алабында” исемле Халыҡ-ара фестиваль уҙғарылды.

Мәртәбәле музыкаль форумда 11 төрки телле илдәрҙән ҡатнашыусылар йыйылғайны. Улар Төркиә, Монголия, Азербайджан, Хакассия, Татарстан, Яҡутия, Үзбәкстан илдәренең иң шәп музыканттары.

Сараны ойоштороусылар: «Тюрксой» халыҡ-ара төрөк мәҙәниәте ойошмаһы һәм “Алатау” традицион сәнғәт театры.

 «Фестивалдең ҡунағы булыуына үтә шатмын. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ошондай музыкаль форумдар төрөк халыҡтары һәм йолаларының бәйләнеүенә килтерә», – тине Ишморат Ҡәйүм улы.

Ишморат Илбәков фестивалдә үҙенең иш ҡурайы менән сығыш яһаны.

Уникаль инструмент тамашасылар һәм фестиваль ҡунаҡтары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Киләсәктә ҡаҙаҡ музыканттарын иш ҡурайҙа өйрәтеү теләге бар, тине музыкант.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb