Күптән түгел Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» тѳбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙғарылды. Быйыл ул 14-се тапҡыр үтте һәм өс көнлөк музыкаль форум сағыу Гала-концерт менән тамамланды.
Быйылғы бәйгелә Башҡортостандың 16 район һәм ҡалалаһынан, Силәбе өлкәһе, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан барлығы- 90 йырсы ҡатнашҡан.
Гран-приға Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 27 йәшлек Әбйәлил егете Дамир Тайыпов лайыҡ булды. Беренсе турҙа ул «Уйыл» һәм «Ҡара ат»ты башҡарһа, икенсеһендә – «Абдрахман» һәм «Ҡаһым түрә»не йырлап халыҡты һәм баһалама ағзаларын хайран ҡалдырҙы.
Дамир Таипов быйыл Өфө сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлай. Уның башҡарыу оҫталығын күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһында үткән илебеҙҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы йырсылар араһында Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында ла юғары баһалағайнылар.
Ул утыҙ биш йәшкә тиклемге профессиональ башҡарыусылар араһында беренсе урынға Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рәфис Сирусин лайыҡ булды.