Иртәгә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда “Һылыуҡай-2020” бәйгеһенең һайлап алыу туры үтәсәк. Уның еңеүсеһе үҙ көсөн бөтә Рәсәй конкурсының финалында һынап ҡараясаҡ.
Башҡорт йәштәренең милли мәҙәниәт һәм йолаларға, туған телгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү маҡсатында үткәрелгән конкурс быйыл Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә кастингтар ойоштора. Шулай уҡ киләһе һайлап алыу турҙары 4 октябрҙә Белорет ҡалаһында, 5 октябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк. Кастингты үткән ҡыҙҙар 7 ноябрҙә йомғаҡлау һайлап алыу турында ҡатнашасаҡ, еңеүсенең исеме 3 декабрҙә билдәләнәсәк.