Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә. Иртәгә, 26 майҙа, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Балаҡатай районы сығыш яһаясаҡ.
Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, райондың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция эшләйәсәк.
Сара 18.00 сәғәттә башлана, инеү бушлай.