«Инеш» нәшриәте бөтә донъға билдәле әҙәби әҫәрҙәрҙе тәржемә итә

«Инеш» нәшриәте бөтә донъға билдәле әҙәби әҫәрҙәрҙе тәржемә итә

«Инеш» нәшриәте бөтә донъға билдәле әҙәби әҫәрҙәрҙе тәржемә итә. Әлеге ваҡытта Льюис Кэрроллдың «Әлисә Мөғжизәләр илендә», Джеймс Крюстың «Тим Талер, йәки Һатылған көлөү» һәм «Мең һәм бер кисә”» йыйынтығынан ғәрәп әкиттәре баҫыуға әҙерләнә. Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына бойомға ашырыла. 

Проекттың баш мөхәррире – башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина. Тәржемәселәр — Гүзәл Ситдыҡова һәм Фәрзәнә Аҡбулатова. Художестволы биҙәү – Артур Вәлисовта, «Мең һәм бер кисә»әкиәттәренә иллюстрацияларҙы Сулпан Билалова эшләй. Һәр бер әҫәр 3 мең тираж менән сығарыласаҡ, йәмғеһе – 9 мең китап.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb