Илшат Сибәғәтуллин Астанала уҙған ll Халыҡ - ара " ART GLOBAL " фестиваленән еңеү менән ҡайтты

Илшат Сибәғәтуллин Астанала уҙған ll Халыҡ - ара " ART GLOBAL " фестиваленән еңеү менән ҡайтты

Күптән түгел Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында ll Халыҡ - ара " ART GLOBAL " мәҙәниәт конкурс – фестивале уҙғарылды. Башҡортостандан Илшат Сибәғәтуллин  башҡорт халыҡ йыры " Азамат " ты башҡарып беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Ильшат Сибәғәтуллиндың башҡорт халыҡ йырҙары менән бергә хәҙерге композиторҙарҙың эстрада әҫәрҙәрен дә бик аһәңле итеп башҡарыуын тамашасылар йылы ҡабул итә, радио һәм телевидениела уның йырҙары йыш яңғырай.

Йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған "Сибай", "Китмә, һандуғас", "Һағынам, дуҫтар!", "Керәйем әле урмандарға", "Һыу буйлап" йырҙары менән тамашасыһының күңелен яулаған лирик тенор ул Илшат Сибәғәтуллин.

Уның йомшаҡ, яғымлы, иркен тауышы тәү ишетеүҙә үк, халыҡ әйтмешләй, йөрәккә һары май булып яғыла.

Илшат Сибәғәтуллин 1978 йылда Илеш районының Үрге Мансар ауылында тыуа. Йыр-моң һөйгән ғаиләлә үҫә ул. Атаһы өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, әсәһе Сафия апай моңло тауышлы йырсы булараҡ ауылдаштарын әсир итә. Шуға ла малай бәләкәй саҡтан уҡ ауыл сәхнәләрендә сығыш яһап, бар халыҡты һоҡландыра.

Айырыуса йырсы  “Һандуғас”, “Азамат”, “Уйыл”, “Таштуғай”, “Томан”, “Ильяс”, “Салауат” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын илһамланып башҡара. Моңло йырсыны Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә сығыш яһарға йыш саҡыралар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Латвия, Эстония, Төркиә һәм башҡа ил тамашасылары уның бәрхәт тауышына хайран ҡала.

2004 йылда Илшат Сибәғәтуллин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb