Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры Өфөгә гастролгә килде

Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры Өфөгә гастролгә килде

Уның барышында «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» (Мөнир Ҡунафин пьесаһы) спектакле күрһәтелде.

Ҡуйыусы режиссеры — Айҙар Зарипов. Спектакль нигеҙендә — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан «Керчь» ҡушаматлы легендар аттың тарихы.

Керчь ҡушаматлы ат Бөйөк Ватан һуғышына Миәкә районы Илсеғол ауылынан алынған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Берлинғаса барып етә. Керчь- һуғыштан Башҡортостанға ҡайтҡан берҙән-бер ат.
Илсеғол ауылында яугир атҡа таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйылған.

Төп ролдәрҙе Фәнил Ҡарасурин, Фәйрүзә Сәлимгәрәева (Айгөл Байрамғолова) башҡара. Үҙенсәлекле декорация, кейем, яҡтыртыу, хореография, музыкаль биҙәлеш — барыһы бергә спектаклгә бөтөнлөк биреп, тарихҡа хәҙерге көн күҙлегенән ҡарау мөмкинлеген аса.

Республиканың байтаҡ урындарында был сәхнә әҫәрен ҡаранылар, ул күп ыңғай баһаға лайыҡ булды. Өфөләр ҙә спектаклде  йылы ҡабул итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb