«Илаһилыҡ күрәм йөҙҙәрҙә» исемле күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

«Илаһилыҡ күрәм йөҙҙәрҙә» исемле күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры музейының Күргәҙмәләр залында Рита Ғәзизованың «Илаһилыҡ күрәм йөҙҙәрҙә» исемле шәхси күргәҙмәһе асылды. Ҡәләм оҫтаһын иң тәүгеләрҙән сараны асылыуы менән коллегалары ҡотланы. Күргәҙмәлә портреттарҙың тотош галереяһын күрергә мөмкин. Улар араһында театр артистары ла бик күп.
Ғәзизова Рита Барый ҡыҙы был театрҙа 15 йыл эшләй. Хеҙмәтен рәссам-бутафор вазифаһында башлай, ә бөгөн ул рәссам-дизайнер. Буш ваҡытында картиналар яҙа. Рита Барый ҡыҙы бар һәләте һәм күңел талабы менән рәсем яһау оҫтаһы. Уның яратҡан жанры - портрет яҙыу, ә кемдең портретын, ни өсөн тап уныҡын яһауҙы (йәғни натура һайлау) ул тик үҙе хәл итә. "Эш башлау өсөн илһам һәм эске тойғо уянырға тейеш. Кемдеңдер портретын яҙыуға был кеше менән оҙаҡ ваҡыт аралашыу, яҡшы таныш булыу, күңелен аңлау этәргес бирә. Ҡайһы саҡ ҡапыл ҡабынған мөхәббәт уты һымаҡ, бер күреүҙән дәртләнеп яҙа башлайһың", - ти ул.
Оҙайлы ижад юлында Рита Барый ҡыҙы дуҫтарының, коллегаларының, арҙаҡлы шәхестәрҙең портреттарын яҙҙы, улар араһында күренекле артистар, рәссамдар, музыканттар, яҙыусылар, хәрбиҙәр, ябай эшселәр һәм башҡалар бар. Был рәсемдәр тотош галереяны хасил итә. Рәсемдәрҙә төрлө-төрлө йөҙҙәр, әммә барыһы ла күркәм яҙмышлы.
Музейҙың Күргәҙмәләр залы 2-се ҡатта (оркестр артынан һулға) урынлашҡан. Күргәҙмәне спектакль алдынан, антракт ваҡытында, шулай уҡ алдан бирелгән заявкалар буйынса ҡарарға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)273-80-27

Тулыраҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb