Ил кимәлендәге баһа!

Ил кимәлендәге баһа!

Башҡортостан әҙибәһенең эше ил кимәлендә баһаланды. Шағирә, тәржемәсе һәм драматург Тамара Ғәниева Рәсәй яҙыусылар берлеге тарафынан диплом менән бүләкләнде. Ул ижадсыға нәфис тәржемә эше өсөн тапшырылды. Тамара Ғәниева Педро Кальдерон, Фридрих Шиллер, Альбер Камю, Лопе Де Веганың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. Шулай уҡ ул Николай Гоголь, Николай Грахов, Станислав Шалухин, Николай Гумилев, ҡаҙаҡ һәм сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәрҙәрен Башҡортостан уҡыусыларына еткерә. Нәфис тексты телдән телгә күсереүҙең тәрән нескәлектәренә төшөнгән Тамара Ғәниева тәржемәһендәге драма әҫәрҙәре Сибай, Салауат, Өфө театрҙарында сәхнәләштерелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb