Иглин районында «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале уҙа

Иглин районында «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале уҙа

Ағымдағы йылдың 7 июлендә Башҡортостандың Иглин районында  йәйәнән уҡ атыу буйынса халыҡ-ара ярыш «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ярышҡа республика һәм Рәсәй, шулай уҡ Германия, Төркиә, Ҡытай, Словакия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан вәкилдәренең килеүе көтөлә.

Бәйгелә ҡатнашыусылар милли костюмдарҙа сығыш яһаясаҡ, мәргәнлектә ярышыуҙан тыш, уҡтан атыу һәм һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, туристик маршруттар, һөнәрселәр йәрминкәһен ойоштороу ҡаралған. Бай көндөҙгө программаларҙан һуң сағыу киске шоу һәм концерт көтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb