Ағымдағы йылдың февраль айынан республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” исемле республика фестиваль-марафоны дауам итә.
27 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Дәүләкән районы һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаясаҡ. Сара ике өлөштән тора: 18.00 сәғәттә фойела декоратив-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре изделиелары, сувенирҙар, милли ризыҡтар күргәҙмәһе, райондың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары тураһында презентация ойошторола.
Киске сәғәт 7-лә райондың иң яҡшы һәүәҫкәрҙәре ҡатнашлығында ҙур концерт үтәсәк.
Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарҙы, студенттарҙы һәм бараһын да ошо матур сараға саҡырабыҙ!
Дәүләкән балын һәм бауырһағын ауыҙ итеп,оҫталарҙың ҡул эштәрен һатып алып, дәүләкәндәрҙең йыр-моңдарын тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап, күңелегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ!
Сараға рәхим итегеҙ, башлана 18.00 сәғәттә, инеү бушлай.
Дәүләкән районы –Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә, уның ике яҡ ярҙары буйында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. 2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны — 42,1 мең кеше. Күпселекте башҡорттар, урыҫтар һәм татарҙар тәшкил итә. Районда барлығы 91 ауыл иҫәпләнә.
Район биләмәләре аша Дим, Кесе Өйҙөрәк, Оло Өйҙөрәк, Ҡарамалы, Сәрмәсән, Өршәк, Төйлән йылғалары аға. Көнбайышында билдәле Асылыкүл урынлашҡан.