Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Ирҙе ир иткән дә, йырлатҡан да – һин!» исемле сағыу тамаша тәҡдим итә

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Ирҙе ир иткән дә, йырлатҡан да – һин!» исемле сағыу тамаша тәҡдим итә

23 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө «Ирҙе ир иткән дә, йырлатҡан да – һин!» исемле сағыу һәм «ҡыҙыу» тамаша тәҡдим итә.  Төрлө йылдарҙағы хиттар, премьералар, көтөлмәгән дуэттар, дәртле бейеүҙәр, моңло ҡурай, баян моңдары һәм башҡа “тәмле” бүләктәр вәғәҙәләй филармония артистары.

     Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» эстрада төркөмөндә бөгөн эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙҙары Миңзифа Исҡужина (йыр), Филүс Ҡалмурзин (йыр), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), Искәндәр Ғәзизов (йыр), Редик Сәғитов (нәфис һүҙ), Татьяна Мутафи (бейеү) ижад итә.

  Концерт программаһының режиссеры – Миңзәлә Яхина, сценарий авторы – Асияна Дәүләтова, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb