Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «ФиларМОҢиЯ» исемле тамаша тәҡдим итә

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «ФиларМОҢиЯ» исемле тамаша тәҡдим итә

Быйыл Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80 йәшлек юбилейын ҡаршы ала. 5 октябрь ҡабатланмаҫ ҙур тамаша - «ФиларМОҢиЯ». Байрамда республикабыҙҙың төп концерт ойошмаһының бар ижади составы ҡатнаша:  талантлы, дәртле, амбициоз йәштәре һәм Башҡортостан эстрадаһында күптән инде үҙ урынын тапҡан, танылыу яулаған сәхнә йондоҙҙары. Юбилей «күстәнәстең» режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

     Әткәндәй, 80-се юбилей миҙгеле төрлө йүнәлештәге концерттарға, ҙур проекттарға, үҙенсәлекле премьераларға бай булмаҡсы. Бынан тыш филармония сәхнәһендә төрлө ил, ҡитғаларҙан билдәле, абруйлы музыканттар, артистар үҙ концерттарын тәҡдим итәсәк. Хәбәрҙар булабыҙ тиһәгеҙ, беҙҙең сайтты http://bashgf.ru ҡарап барығыҙ, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙгә ҡушылығыҙ.

Әлегә, барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе йыр-моңға битараф булмағандарҙы, Өфө ҡунаҡтарын 5 октябрь тарих биттәрен бергәләп барларға саҡырабыҙ.      

Йырлы-бейеүле, уйынлы-көлкөлө тамашаға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb