Хәйбулла районынында Ғаилә йылына арналған ”Ғаиләм-ҡәлғәм!” исеме аҫтында байрам ойошторолдо

Хәйбулла районынында Ғаилә йылына арналған ”Ғаиләм-ҡәлғәм!” исеме аҫтында байрам ойошторолдо

Күптән түгел июнь айының матур көнөндә Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылының һабантуйҙар аҡланында Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан Ғаилә йылына арналған ”Ғаиләм-ҡәлғәм!” исеме аҫтында ауыл байрамы ойошторолдо.

Оло Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол, Ҙур Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Үрнәк ауылдарында тыуып үҫкән, йәшәгән яҡташтар байрамға әүҙем йыйылды. Байрам сиктәрендә ауылдар тарихына, ер-һыу атамаларына, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнгән театрлаштырылған тамаша күрһәтелде, ауыл һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт программаһы ҡуйылды, спорт ярыштары менән бер рәттән халҡыбыҙҙың милли уйындары ла ойошторолдо.

Сарала муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Минзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина ҡатнашты һәм ауыл халҡын муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Хазморат улы Ибраһимов исеменән ҡотлап был төбәк халҡының тырыш булыуын, республика, район кимәлендәге һәр төрлө сараларҙа ла актив ҡатнашыуын билдәләп үтте.

Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов өлгөлө ғаиләләрҙе, тырыш ауылдаштарын төрлө номинацияларҙа билдәләп дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Байрам сараһында үт күршеләребеҙ – Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренең дә ҡатнашыуы тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Улар ҡотлап ҡына ҡалманы, үҙенсәлекле концерт номерҙарын да тәҡдим итте.
Яңы осрашыуҙарға дәртләндергән был байрам күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb