Хәйбулла районында яңы кинозал асылды

Хәйбулла районында яңы кинозал асылды

3 декабрҙә Хәйбулла районында И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының тамашалар залында 50 урынлыҡ кинозал асылды. Быға тиклем районда йәшәүселәргә фильм премьераларын ҡарар өсөн  100 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сибай, Ырымбур өлкәһенең Гай һәм Орск ҡалаларына йөрөргә тура килде, тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яңы кинозал «Мәҙәниәт» милли проектының Кино фонды конкурсында Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларын кинофикациялау программаһы буйынса еңгәнгә күрә барлыҡҡа килгән. Кинозалдар булдырыу һәм яңыртыу маҡсаты - милли фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу.

Кино фонды ярҙамында һәм Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында заманса киноҡорамалдар: 2D һәм 3D эффектлы экран, лазерлы проектор ҡорамалы, тауыш системаһы, уңайлы креслолар - һатып алынған. Хәҙер был заманса кинозалда хәйбуллалар илебеҙ һәм сит ил кинематографияһының иң яҡшы фильмдарын ҡарай һәм ғаилә менән мауыҡтырғыс итеп ял итә ала.

Аҡъяр ауылы халҡын әһәмиәтле ваҡиға менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡотланы.

Яңыртылған кинозалдың тәүге тамашасылары балалар булды. Уларға «Айыу балаһы Бамси һәм Аждаһа» анимация фильмын күрһәттеләр.

Бындай кимәлдәге кинотеатрҙар тораҡ пункттарҙа ҙур уңыш менән ҡуллана. Яңыраҡ Благовар районында яңы кинозал асылды, оҙаҡламай Бүздәк ауылында ла асыласаҡ.

Яңы кинозалдың репертуар планын Ә. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тормошҡа ашыра. Унда илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә төшөрөлгән, шулай уҡ Башҡортостан кинематографистарының фильмдары күрһәтелә.

 

Хәйбулла районында яңы кинозал асылды
Хәйбулла районында яңы кинозал асылды
Хәйбулла районында яңы кинозал асылды
Хәйбулла районында яңы кинозал асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb