Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында "Бөйөк дала" тип аталған башҡорт рок-фестивале уҙғарылды

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында "Бөйөк дала" тип аталған  башҡорт рок-фестивале уҙғарылды

"Бөйөк дала" тип аталған мәҙәни сара быйыл дүртенсегә уҙғарылды. Фестиваль 20 ижади коллективты берләштерҙе. Тамашаны өс меңгә яҡын кеше күҙәтте, улар өсөн урында лотерея уйыны ла ойошторолдо.

"Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнән тыш, сәхнәгә Өфө, Межгорье, Белорет, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Күгәрсен, Хәйбулла һәм Салауат райондары йондоҙҙары сыҡты. Ҡаҙағстан республикаһы, Ырымбур өлкәһенән килгән башҡарыусылар ҙа халыҡты дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы. Орск ҡалаһы коллективы утлы акробатик шоу күрһәтеп, хайран ҡалдырһа, байкерҙар сараға үҙе бер сәм өҫтәне.

Милли рок мәҙәниәтен үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған фестиваль сиктәрендә йәш таланттар түңәрәк өҫтәлгә йыйылып та, республикала был музыка йүнәлешен үҫтереү мәсьәләләре хаҡында ла фекер алышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb