Хәйбулла район үҙәк балалар моделле китапханаһында «Китап тылсымы» исемле сара үтте

Хәйбулла район үҙәк балалар моделле китапханаһында «Китап тылсымы» исемле сара үтте

Күптән түгел, Хәйбулла район үҙәк балалар моделле китапханаһында шаулап-гөрләп китапханалар төнө акцияһы сиктәрендә «Китап тылсымы» исемле сара үтте. Кискә табан уҙғарылған сара булыуына ҡарамаҫтан, район мәҙәниәт йортона төркөм- төркөм балалар юл алды.

Китап һөйөүселәрҙе мәҙәниәт ишегендә “уңға барһаң –әкиәт иленә, һулға боролһаң – викторинаға, ә инде тура барһаң – шиғриәт иленә юлығырһың” исемле күрһәткес тотҡан клоун һәм скоморох ҡаршыланы.Уңға боролған юлаусы әкиәт китаптары күргәҙмәһендә тылсымлы һүҙҙәр эҙләп һынау үтһә, һулға боролған китап һөйөүселәр әҙәби викторина һорауҙарына яуап бирҙе.Тура юлды һайлаған ҡыҙҙар- малайҙар бирелгән рифмаларҙан шиғырҙар яҙып ярышты.

Еңеүсе балаларға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды. Барыһы ла күркәм саранан үҙҙәренә рухи аҙыҡ алып, күтәренке кәйеф менән таралышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb