Халыҡ-ара театр көнөн Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҙур пландар менән ҡаршы ала

Халыҡ-ара театр көнөн Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҙур пландар менән ҡаршы ала

Театр йылында билдәләнәсәк быйылғы Халыҡ-ара театр көнөн А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры коллективы уңыштар, һөйөнөстәр һәм ҙур пландар менән ҡаршы ала.
Йыл башынан уларҙың тормошо ҡайнай: гастролдәр, тамашалар, премьералар.

 Күптән түгел генә Өфөнән ҡайттылар. Баш ҡала тамашасыһы «Тере тупраҡ» һәм «Әүлиә»не күреп, сибайҙарҙы көслө алҡышҡа күмде. Әле, ял итеп тә тормаҫтан, апрелдә сәхнәгә сығарыласаҡ 3 премьераға әҙерләнә башланылар. Ни тиклем генә эштәре тынғыһыҙ, көсөргәнешле булмаһын, Сибай театры коллективының күңеле көр. Кәйеф күтәренкелеге менән халыҡҡа рухи байлығыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе еткерә, ҡай ерҙәлер уйланырға, иларға, йә көлөргә, хыялланырға форсат бирә.

Абруйлы, билдәле, тәжрибәле актерҙары ла, улар ағымына ҡушылған йәш көстәр ҙә берҙәй талантлы, үҙҙәренә тәғәйен ролде оҫта итеп башҡара. Киләсәктә лә һәр сығышығыҙ көслө алҡыштарға күмелһен!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb