Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80-се миҙгелен ҡаршыланы

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80-се миҙгелен ҡаршыланы

Күптән түгел Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80-се миҙгелен ҡаршыланы, байрам мәҙәниәт усағының фойеһында уҡ башланды. Билдәле сәхнә йондоҙҙарына тамашасылар ҙа ҡушылды. Концерт алдынан музыканттар менән иҫтәлеккә фото төшөп, аралашыу мөмкинлеге булдырылды.

Күркәм сараны өс-дүрт тиҫтә йылдар филармонияға тоғро ҡалған ветерандарҙың сығышы биҙәне. Әле булһа ла уларҙың күптәре сәхнә түрен йәмләп, тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштарына күмелә.

80-се ижад миҙгеле ҙур проекттарға, үҙенсәлекле премьераларға бай булмаҡсы. Тамашасылар иғтибарына шулай уҡ филармония йәш артистарының соло концерттары ла тәҡдим ителер, тип көтөлә. Бынан тыш, сәнғәт һөйөүселәр төрлө илдәрҙән килгән абруйлы музыканттар, артистар концерттарын ҡарай аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb