11 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар һәм йәштәр театрҙарының I республика фестивале үтте.
«Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы ойошторолоп, барған фестивалдә Башҡортостандың туғыҙ төбәгенән ижади төркөмдәр ҡатнашҡан. Уларҙың барыһының да сығыштарын мәртәбәле баһалама ағзалары төрлө номинацияларға һәм призлы урындарға бүлгән.
Еңеүселәрҙе республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев тәбрикләне.
«Бөгөнгө сара изгелек сәсә, һәм уның тап йәштәр театры бинаһында үтеүе яҡшы күренеш. Был беҙҙең әле беренсе генә аҙым, уны матур итеп дауам итергә яҙһын, ошондай фестивалдәр артабан да ойошторолорға тейеш», – тине ул.
Шулай уҡ, Гран-при Салауат ҡалаһынан «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһы алды. Фестивалдә улар М. Кәримдең повесы буйынса ҡуйылған «Өс таған» спектакле менән сығыш яһанылар.
Өсөнсө дәрәжә дипломға Өфө ҡалаһынан «Ҡолонсаҡ», икенсе дәрәжә дипломға Благовещендан «Отражение», Стәрлетамаҡтан «Шут с нами» балалар өлгөлө театр коллективтары лайыҡ булһа, беренсе тип был бәйгелә Белореттан «Надежда» ижади коллективы, Стәрлебаш районынан «Ств театр» халыҡ йәштәр театры танылды.