Гармунсы Азат Атанғолов ағымдағы йылдың 21 – 24 июнендә Архангель өлкәһендә үтәсәк XI Халыҡ-ара «Сметанин осрашыуҙары» гармун фестиваленә саҡырыу алды. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, үҙешмәкәр гармунсы Сергей Сметаниндың тыуған ерендә уҙасаҡ сара Архангель губернияһының 310 йыллығына арнала.
Азат Атанғолов -виртуоз гармунсы, халыҡ-ара, республика бәйгеләре лауреаты, Геннадий Заволокин исеменә уҙғарылған гармунсылар фестивале еңеүсеһе, Рәсәйҙең «Иң оҫта 10 гармунсыһы» алтын исемлегендә билдәләнеүсе.