Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 79-сы юбилей ижад миҙгелен аса

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 79-сы юбилей ижад миҙгелен аса

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәрен ансамбле 79-сы юбилей ижад миҙгелен аса. Тамашалар 20 һәм 21 сентябрҙә ансамблдең концерт залында уҙғарыла.

Күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Ғафури исемендәге республика премияһы лауреаты Хашим Мостаевтың легендар бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк:”Ирәндек”, «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Беләҙектәр сыңы», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары», шулай уҡ донъя халыҡтары бейеүҙәре.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерттары күренекле балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла. Шулай уҡ республикабыҙ буйлап гастролдәр ҙә планлаштырылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb