Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилия сәхнәләрен таң ҡалдырып ҡайтты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилия сәхнәләрен таң ҡалдырып ҡайтты

Күптән түгел Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияла гастролдә булып ҡайтыу айҡанлы матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Сарала ансамблдең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Ғәбитов, Йәүҙәт Моратов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова, импресарио Олег Узаков һәм ансамбль солистары, бейеүселәре журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Ансамбль ағзалары Бразилияла егерме көн дауам иткән гастролдәрҙе бик йылы, сағыу тәьҫораттар менән ҡайтҡан.
Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү­ҙәре ансамбле Бразилияның баш ҡалаһы Рио-де-Жанейронан тыш, Сантос, Витория кеүек ҙур ҡалаларының сәхнәләрендә сығыш яһап, урындағы халыҡты хайран итеп ҡайта. Ансамблдең репертуарында башҡорт бейеүҙәре генә түгел, башҡа халыҡтарҙыҡы ла бар. Төрлө милләттең төрлө мәҙәниәте тамашасыны тәү күреүҙән үк әсир итеп кенә ҡалмай, күп кенә һорауҙар ҙа тыуҙыра икән. “Ер йөҙөндә шундай халыҡ бармы ни, уларҙа һыуыҡ климат булыу сәбәпле, кейемдәре йөндән эшләнгәнме, ҡайһылай ҙа ҡыҙыҡ!” – тип аптырай Көньяҡ Американың гел бер төрлөрәк һауа торошона күнеккән халҡы.
– Киләһе йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бик бай, шуға күрә уларға бәйле сығыштарыбыҙ күп буласаҡ. Яңынан-яңы бейеүҙәр өҫтөндә лә бик ентекле эш алып барабыҙ, – тип яуапланы был һорауға ансамблдең баш балетмейстеры Риф Ғәбитов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb