Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы бейеү әҙерләй

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы бейеү әҙерләй

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Каруанһарай» тип аталған яңы бейеү әҙерләй. Ул Ырымбурҙағы архитектура ҡомартҡыһының 170 йыллығына бағышланған.


«Каруанһарай» бейеүенең хореографы — танылған бейеүсе һәм балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин. Сәхнәгә ҡуйыусы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин. Яңы костюмдарҙың эскизы өҫтөндә эш бара, тиҙҙән улар әҙер буласаҡ. Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сентябрҙә ҡомартҡының юбилейын байрам иткән көндәрҙә һәм ансамблдең Ырымбурға концерты барышында яңы башҡорт бейеүенең премьераһы буласаҡ.

Сығанаҡ: "Башинформ"




 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb