Францияла уҙғарылған "Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән" халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан исеменән Гүзәл Багаева сығыш яһаны

Францияла уҙғарылған "Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән" халыҡ-ара күргәҙмәһендә  Башҡортостан исеменән Гүзәл Багаева сығыш яһаны

Ағымдағы йылдың 3-4 ноябрендә Францияның Страсбург ҡалаһында "Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән" тип аталған халыҡ-ара форум үтте. Мәртәбәле форумда Башҡортостан исеменән Гүзәл Багаева сығыш яһаны һәм фестивалдең сертификатына лайыҡ булды.

-Францияға ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре коллекцияһын алып барҙым. Халҡыбыҙҙың бай биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен һәм заманса стилләштерелгән биҙәүестәрҙе күрһәтергә теләнем, ти ул.

Сара донъя ҡатын-ҡыҙҙары араһында ижади һәм рухи мөхит булдырыу маҡсатында ойошторолдо. Фестиваль барышында эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса көнүҙәк һорауҙар күтәрелде.

Халыҡ-ара кимәлдәге фестивалгә илдең барлыҡ төбәктәренән оҫта ҡуллы ханымдар йыйылғайны. Сарала Франция, Хорватия, Саха Якутия илдәренән, Мәскәү, Екатеринбург, Новосибирск, Омск ҡалаларынан, Курган, Тюмень, Самара өлкәһенән алтын ҡуллы ханымдар ҡатнашты.

Фестиваль ысынында Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡулланма сәнғәт өлгөләре менән таныштыра алды.

Форумда төрлө конфессиялы ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереүсе уникаль майҙансыҡ ойошторолдо, ҡатын-ҡыҙҙарға социаль яҡтан активыраҡ булырға өндәне.  

-Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙарҙы сит ил баҙарына сығарыу өсөн ҙур бер этәргес көс булды был форум.Төрлө стилдә кейем етештереүсе дизайнерҙар менән танышырға, аралашырға насип булды миңә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аҫыл хазинаһы һаналған- биҙәүестәрҙе халыҡ-ара кимәлгә сығара алыуыма мин сикһеҙ шатмын, ти Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы.

Фестиваль һөҙәмтәһе булып форумда ҡатнашыусы ханымдар тураһында тулы мәғлүмәт тупланған,өс телдә нәшер ителгән каталог донъя күрҙе.

 

Францияла уҙғарылған "Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән" халыҡ-ара күргәҙмәһендә  Башҡортостан исеменән Гүзәл Багаева сығыш яһаны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb