Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара йырсылар бәйгеһендә Грузиянан Джанелидзе Годердзи еңеү яуланы

Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара йырсылар бәйгеһендә Грузиянан Джанелидзе Годердзи еңеү яуланы

Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге 2-се Халыҡ-ара йырсылар бәйгеһендә Грузиянан Джанелидзе Годердзи еңеү яуланы, уға 350 мең һумлыҡ аҡсалата премия тапшырылды.

Вокалсыларҙы Өфөнән, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡов рәйеслегендә жюри баһаланы.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Башҡорт опера һәм балет театрының Греция залында үтте. Театрҙың ҙур залында «Өфөлә Шаляпин кисәләре» XVI Халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Шулай уҡ Джанелидзе Годердзи  тамашасы һөйөүе призын да яуланы.

2018 йылда Шаляпин конкурсында бөтәһе 31 йәш йырсы ҡатнашты.

Жюри ҡарары буйынса беренсе урын бер йырсыға ла тапшырылманы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb