«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ҙур гала-концерт менән йомғаҡланды

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ҙур гала-концерт менән йомғаҡланды

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Гала концертҡа 31 мең тамашасы йыйылған. Сарала республиканың иң яҡшы башҡарыусылары һәм коллективтары – опера йырсылары Диляра Иҙрисова, Любовь Буторина, Илһам Вәлиев, Әлим Ҡәйүмов, Фларида Иркина, эстрада башҡарыусылары Екатерина Ямщикова, Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Полина Кобец, Сиявуш Шерматов, «Ҡарауан» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһаны.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов идаралығында Башҡорт дәүләт филармонияһының Эстрада-джаз оркестры яңы программаһы менән Өфө тамашасыһына тәҡдим итте.

Концерт Бүрәт Республикаһының «Shono» төркөмө, Ҡаҙағстандан «Олотау» этно-рок коллективы, «Арғымаҡ» башҡорт төркөмө һәм «Zainetdin» этно-шоу проекты сығыштар менән үрелеп барҙы.

Баш ҡала халҡы «Тауыш» телевизион шоу-проекты ҡатнашыусылары – Рәсәй йырсылары, «Sugar Mamas» төркөмө башҡарыусыһы Анжелика Фролова һәм балалар «Тауыш»ы ҡатнашыусыһы Наҙгөл Отузованың сығыштарын дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды.

Гала концерт «Евразия йөрәге» фестиваленең гимнын башҡарыу менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb