«Евразия йөрәге-2018» халыҡ-ара сәнғәт фестивале 8-12 июнь көндәренә билдәләнгән

«Евразия йөрәге-2018» халыҡ-ара сәнғәт фестивале 8-12 июнь көндәренә билдәләнгән

Башҡортостан Республикаһының  Милли симфоник оркестры 8 июндә  open air форматындағы Симфоник төн сараһы менән  фестивалде аса. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, программала П.И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетынан сюита, Рәсәй һәм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар яңғыраясаҡ.

Симфоник төн сараһына Башҡортостандың баш ҡалаһына Ҙур театр солисы, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстары лауреаты, «Алтын битлек» һәм «Алтын софита», шулай уҡ сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Чехияның «EURO Pragensis Ars» милли премияһын яулаусы Вероника Джиоева килеүе көтөлә.

Шулай уҡ концертта Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb