«Етегән»фильмы I Халыҡ-ара төрки кино фестивалендә ҡатнаша

«Етегән»фильмы  I Халыҡ-ара төрки кино фестивалендә ҡатнаша

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Ҡазанда I Халыҡ-ара төрки кино фестивале асыла. Башҡортостандан унда милли риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары мотивтары буйынса «Етегән» музыкаль фильмы ҡатнаша. Картинаның режиссеры — Айсыуаҡ Йомағолов, идея авторы, ҡуйыусы оператор һәм продюсер—  Рияз Исхаҡов. Фильм ете ҡыҙ легендаһына һәм «Таштуғай», «Алпамыша», «Маһисәрүәр», «Бала ҡарға» кеүек халыҡ йырҙарына нигеҙләнеп төшөрөлгән.

Кинофорумда Рәсәй, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Азербайжан һәм Төркмәнстан вәкилдәре ҡатнаша. Илебеҙ исеменән фестивалдә Татарстан, Башҡортостан, Яҡутстан, Хакасия, Төньяҡ Кавказ һәм Сыуашстан кинематографистары сығыш яһай.

2017 йылда Истанбулда Төрки донъя кино ассоциацияһы президиумының беренсе ултырышында ошондай фестивалде ойоштороу тәҡдиме индерелгәйне. Фестиваль йыл һайын илдән-илгә күсеп йөрөргә тейеш. Был саҡта фильмдарҙы күберәк тамашасылар ҡарай ала.

Фестиваль Татарстандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Ассамблея булышлығында уҙғарыла. Ижади осрашыуҙар ҙа шунда була. Халыҡтар дуҫлығы йорто Науруз байрамын да ойоштора, унда фестивалдә ҡатнашыусылар — төрлө илдәрҙең кинематографистары саҡырыла. Форум барышында Төрки донъя кино ассоциацияһының башҡарма комитеты ултырышы үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb