«Елкән» башҡорт классик музыкаһын башҡарыусылар телевизион конкурсы ғаризалар ҡабул итә

«Елкән» башҡорт классик музыкаһын  башҡарыусылар телевизион конкурсы ғаризалар ҡабул итә

«Елкән» башҡорт классик музыкаһын  башҡарыусыларҙың асыҡ телевизион конкурсы өсөнсө тапҡыр старт ала. Проектты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар телеканалы тормошҡа ашыра. 

Конкурста ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм профессиональ музыканттар эшкәртеүендәге башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡара. Конкурс дүрт номинация буйынса уҙғарыла.

Ғаризалар 2023 йылдың 15 июненә тиклем ҡабул ителә. Конкурста 8-14 йәшлек музыканттар ҡатнаша ала. Һайлап алыу һәм конкурс турҙары программаһы соло йәки концертмейстер менән башҡарыла. Финалсылар ҙур сәхнәлә симфоник оркестр оҙатыуында уйнау мөмкинлегенә эйә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb