Екатеринбургта XVI Башҡорт мәҙәниәте төбәк фестивале үтәсәк

Екатеринбургта XVI Башҡорт мәҙәниәте төбәк фестивале үтәсәк

28 октябрҙә Свердловск өлкә халыҡ ижады һарайында XVI Башҡорт мәҙәниәте төбәк фестивале у:ғарыла. Сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барышында ойошторола.

Фестивалдә Екатеринбург ҡалаһынан, Свердловск өлкәһенән, Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән үҙешмәкәр ижади коллективтар ҡатнашыуы көтөлә. Фестивалдә сығыш яһау өсөн коллектив ойошторолоуҙың 25 йыллығына юбилей байрам программаһы менән Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары килә.

Сара сиктәрендә IV «Башҡорттар — Уралда тау эшенә нигеҙ һалыусылар» тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция асыла. Уралда тау-завод эшенә нигеҙ һалыу һәм уны үҙләштереү осоронда башҡорттар ҙур роль уйнаған. Башҡорттар элек-электән руда сығарыу эшен яҡшы белгән, был уларға артабан Урал металлургияһы үҫешенә ҙур өлөш индерергә мөмкинлек биргән.

Конференцияла илебеҙҙең төрлө төбәктәренән Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары фәнни докладтар менән сығыш яһай. Ғалимдар һәм академиктар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарының ғилми хеҙмәткәрҙәре үҙ сығыштарында Уралда металлургия производствоһының үҫеш тарихы, башҡорттарҙың ошо индустриялағы урыны һәм роле хаҡында һөйләй.

Мәҙәниәт һарайының мәрмәр залында Свердловск өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Свердловск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Урта Уралдың Традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге һәм Свердловск өлкә Милләт-ара китапханаһы архивтарынан алынған документаль материалдар нигеҙендә күсмә күргәҙмәләр ойошторола. Артабан конференцияның фәнни эштәрен баҫтырып сығарыу күҙаллана.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb