Ейәнсура районында «Ҡош юлы - 2023» бард фестивале үтә

Ейәнсура районында «Ҡош юлы - 2023» бард фестивале үтә

 "Ҡош юлы" республика автор йыры фестивале 7-9 июлдә Ейәнсура районында уҙғарыла.

Быйыл фестиваль  композитор, баянсы, аранжировкалаусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Фестиваль йыл һайын республиканың төрлө мөйөштәренән, яҡын төбәктәрҙән, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан йөҙләгән бард йыры авторҙарын йыя. Гитара, барабан, скрипка, баян, усаҡтарҙан төтөн, күркәм Ейәнсура тәбиғәте, палаткалағы төштәр, йондоҙҙар моңо һәм ижад, ижад...

Был иң яҡшы ял һәм көс өҫтәү сараһы. Усаҡ янында гитара көйҙәре аҫтында осрашырға саҡырабыҙ!  Ошо иҫ киткес текә музыка, ижад һәм фантазия байрамында һәр берегеҙ ҡатнаша аласаҡ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb