Ейәнсура районында «Башҡорт шәле» фестиваль-конкурсы үтте

Ейәнсура районында «Башҡорт шәле» фестиваль-конкурсы үтте

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында «Башҡорт шәле» асыҡ бренд фестиваль-конкурсы уҙҙы. Унда Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Стәрлебаш райондарынан, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан ҡул эше оҫталары, Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Район мәҙәниәт йорто фойеһында кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе һәм йәрминкәһе эшләне. Бында бик күп шәлдәр, палантиндар, өскөл яулыҡтар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр, ойоҡбаштар һәм башҡа әйберҙәр күрергә мөмкин ине.

«Шәл бәйләү үҙенсәлектәре һәм уның быуындан быуынға күсәгилешлелеге» түңәрәк өҫтәлендә модератор булып Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге мөдире Ирек Әхмәҙиев сығыш яһаны. Бында тәжрибәне популярлаштырыу, тормошҡа ашырыу, һаҡлау һәм үҫеп килгән быуынға тапшырыу буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb