Дәүләт телдәрен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттарына ғаризалар ҡабул ителә

Дәүләт телдәрен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттарына ғаризалар ҡабул ителә

Республикала төбәктәге дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттарына ғаризалар ҡабул ителә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел ошондай проекттарға ярҙам күрһәтеү тураһында указ сығарғайны. Уның күрһәтмәһе буйынса Мәҙәниәт министрлығы дәүләт ярҙамы аҡсаһын бүлеү тәртибен булдырҙы.

Мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктәге халыҡтарҙың телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар грантҡа дәғүә итә ала.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 23 июлгә тиклем  Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығындағы этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә ҡабул ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb