«Джут» (Һуңғы йәйләү) — Халыҡ-ара фестивалгә

«Джут» (Һуңғы йәйләү) — Халыҡ-ара фестивалгә

Бер аҙнала 15 спектакль – Силәбе ҡалаһында «Театр кешеһе» Халыҡ-ара фестивале 2016 йылдың 26 февралдән 3 мартҡа тиклем бара. Был фестиваль - лаборатория 3 йыл элек Яңы художество театры тарафынан ойошторола. Фестивалгә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Джут» (Һуңғы йәйләү) (О.Жанайдаров, реж.А.Абушахманов) драмаһы менән саҡырылған. Бөгөнгө көндә «Театр кешеһе» форумы Рәсәй һәм сит ил театрҙарының иң лайыҡлы спектаклдәрен бергә йыйып танышыу өсөн абруйлы майҙанға әүерелгән. Силәбегә был юлы Сербия, Израиль, Молдова, Грузиянан театр коллективтары ла килә. Беҙҙең спектакль үҙәктә төп герой һәм был образға һалынған йөкмәтке менән форум шарттарына ярашлы фестивалдең «бәләкәй форма» бүлегендә уйнала.
Сығыштар өс майҙанда барасаҡ. Спектаклдәр һәм улар буйынса эксперт жюриның фекер алышыуҙары он -лайн аша биреләсәк. Шуныһы мөһим, сайтта был мәғлүмәттәргә форум тамамланғандан һуң да ярты йыл дауамында әйләнеп ҡайтырға мөмкин.
Шулай итеп, тиҙҙән Силәбенән яңылыҡтар көтә һәм «Театр кешеһе» фестиваленең ижади атмосфераһына сумырға әҙерләнә башлаясаҡбыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb