Күптән түгел Өфө районы Шамонин ауылының «Дарман» халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты үтте.
Дармандар сағыу тамаша әҙерләгән. «Дарман» халыҡ бейеүҙәре ансамбле – «Апрель тамсыһы», «Звонкий каблучок», «Хоровод дружбы», «Алтын миҙал» кеүек республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты.
Дармандар башҡорт халыҡ бейеүҙәрен дә, донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә бер тигеҙ шәп башҡара. Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар «Йыйын», «Яугирҙәр», «Дуҫлыҡ», «Һыбайлы башҡорт» бейеүҙәре, рус халыҡ бейеүе «Задоринка» бейеүҙәрен ихлас башҡарҙы.
«Бейе» ижад берекмәһе» төбәк йәмәғәт ойошмаһының «Дарман» бейеү ансамбле Өфө районы Шамонин мәктәбе базаһында ойошторолған. Етәкселәре – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең әүәлге солисы Алина Хәмиҙуллина. Ансамблдә өс төркөмдә 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә.