Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Миңлеғәли Шайморатов флешмобына йомғаҡ яһаны

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Миңлеғәли Шайморатов флешмобына йомғаҡ яһаны

15 августан социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән #Шайморатов флешмобы бара. Унда меңгә яҡын кеше һәм коллектив ҡатнашты, видеояҙмалар килеүен дауам итә. Флешмобты танылған артистар ҙа күтәреп алды, улар иҫәбендә — Асҡар Абдразаҡов, Ринат Рамазанов («Арғымаҡ» төркөмө), Элвин Грей, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре — республика ауылдарында һәм ҡалаларында, Рәсәй субъекттарында, сит илдәрҙә йәшәүселәр.

Флешмобта ҡатнашыусылар Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын башҡара, видеоға төшөрә һәм #Шайморатов #ҡоролтай хештегы менән интернетҡа һала. Күп һанлы һорауҙар буйынса социаль селтәрҙәге флешмоб 7 сентябргә тиклем дауам итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобҡа яҡынса йомғаҡ яһаны:

1.Иң йәш ҡатнашыусы— Йәсминә Сафиуллина (ике йәш)

2. Иң әүҙем район — Ҡырмыҫҡалы (һигеҙ ауылдың коллективы)

3. Йырҙы күмәкләп башҡарыу — Нур-Солтан ҡалаһынан «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе (Ҡаҙағстан)

4. Позитив башҡарыу — Ринат Рамазанов («Арғымаҡ» этно-рок төркөмө https://vk.com/id20913680)

5.Традицион этнобашҡарыу — Сибай ҡалаһынан «Яугөл» ансамбле

6. Заманса башҡарыу — Альберт Исмаил (Туймазы)

7. Иң сағыу клип — Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы

8. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы — Асҡар Абдразаков, Гүзәл Әхмәтйәрова (БСТ, Яңылыҡтар), Сәләм (БСТ) – Инстаграмда 1000-дән ашыу «лайк»

9. Оперативлыҡ — «Юлдаш» радиоһы

10. Башҡорт телен һәм йырҙарын өйрәнеүҙә уңыштары өсөн — Микаэла Ғибәҙуллина.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөтә номинанттарҙы Өфөгә саҡыра. Шәмбе, 7 сентябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә «Торатау» конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатрында меңләгән кеше генерал тураһында йыр башҡара, шулай уҡ йондоҙ формаһында теҙелә. Башҡорт ҡоролтайының бүләктәре лә шунда тапшырыла.

Сығанаҡ: https://shonkar.rbsmi.ru/news/b-t-donya-bash-orttary-oroltayy-shaymoratov-fleshmobyna-yom-a-ya-any/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb