26 декабрҙә Башҡортостан халҡын мөғжизәле ваҡиға көтә – был көндә Ҡыш бабайҙар парады буласаҡ. Яңы йылдың төп геройҙары сағыу костюмдарҙа БР ҡала-райондарының үҙәк урамдарынан уҙасаҡ.
Өфөлә иһә Ҡыш бабайҙар парады автоуҙыш формаһында уҙғарыла. Ул 12 сәғәттә Конгресс-холл майҙанында башлана һәм В.И. Ленин исемендәге Үҙәк шыршы янында матур тамаша менән тамамланасаҡ.