Бөрйән районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы грантҡа лайыҡ булды

Бөрйән районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы грантҡа лайыҡ булды

Бөрйән районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министрлығының грантына лайыҡ булды.

Күптән түгел Әбйәлил, Баймаҡ, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Иглин, Йылайыр, Хәйбулла, Учалы, Белорет, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары, Межгорье, Сибай, Дүртөйлө, Октябрьский, Туймазы ҡалалары ағинәйҙәре бөрйәндәрҙең грантҡа лайыҡ проекттары, йәғни ҡорама ҡорау оҫталығы, серҙәре менән танышты, ошо һөнәргә бәйле йолаларҙы, сәхнә күренештәрен тамаша ҡылды.

“Әлбиттә, ҡорама ҡорау күнегелгән ғәҙәт буйынса көнкүреш кимәлендәге зарураттан, фәҡирлектән сыҡҡан бер шөғөл тип кәмһетеп ҡараусылар ҙа осрай арала. Ләкин уларға беҙҙең яуап бер: ҡорама – бөгөнгө көндә донъя кимәлендә үҫешкән сәнғәт төрө, кейем етештереү индустрияһында ла иң юғары зауыҡ менән ҡорама ҡулланып тегелгән өҫ кейемдәре иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. Беҙгә әле был йәһәттән үҫешергә лә үҫешергә, район-республика кимәленән үтеп, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ҡорамасылар рәтенә сығыу һәр кемдең ҡулынан килгән эш түгел, ләкин беҙ эшләмәһәк, кем эшләр!” тип бик дөрөҫ әйтте үҙенең сығышында Бөрйән районы ағинәйҙәре етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb