28 июндә Бөрйән районының «Ағиҙел» һауыҡтырыу-тәрбиә биреү лагерында 20-се тапҡыр «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең бәйгеһе уҙа.
Конкурстың маҡсаты: ҡобайыр, эпостар башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу .
Конкурстың республика этабы 2 турҙан тора. Унда ҡатнашыусылар беренсе турҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләй, ә икенсеһендә фольклор коллективтар эпос йәки башҡа эпик хикәйәт өҙөгөн сәхнәләштерә.
Бәйгелә 56 уҡыусы һәм 25 фольклор коллективының сығыш яһауы көтөлә.