Бөрйән районында IV «Тарихи-мәҙәни мираҫты музеефикациялау: теория һәм практика» халыҡ-ара симпозиумы уҙасаҡ

Бөрйән районында IV «Тарихи-мәҙәни мираҫты музеефикациялау: теория һәм практика» халыҡ-ара симпозиумы уҙасаҡ

Бөрйән районының Морат туғайында IV «Тарихи-мәҙәни мираҫты музеефикациялау: теория һәм практика» халыҡ-ара симпозиумы уҙғарыла. Сара 21-24 июнь көндәренә билдәләнгән.

Симпозиум уникаль мәҙәни мираҫ объектын, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо рәсемдәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған.

 Сарала Ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советтың милли комитеты вице-президенты Ю.И.Аврутова, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Палеосәнғәт үҙәге етәксеһе Г.Дэвлет, Франция Мәҙәниәт һәм коммуникациялар министрлығының тарихҡа тиклемге милли үҙәге етәксеһе Женевьева Пенсон һәм реставратор, ҡаялағы һүрәттәр сәнғәтен һаҡлау өлкәһендәге белгес Эудалд Гуилламет (Андорра-ла-Велья ҡалаһы, Андорра кенәзлеге) һәм башҡа билдәле сит ил, Рәсәй ғалимдары, белгес-эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb