Бөгөн, 31 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың “Мин-башҡорт тип танышығыҙ, тип аталған яңы китабының исем туйы үтә. Сара 19.00 сәғәттә башлана, инеү бушлай.
Зөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, филология факультетының башҡорт-рус бүлегендәге «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгә дүрт шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡҡан.
Тәнҡитселәр билдәләүенсә, әҙиптең шиғырҙарына эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Улар рус, татар, сыуаш, төрөк, инглиз һәм ҡазаҡ телдәренә тәржемә ителгән.
“Әлбиттә, минең һәр шиғырымда донъяға ҡарашым, был донъяға ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡарауым, уны нисек ҡабул итеүем ярылып ята. Әлеге ваҡытта ауылымдың тарихы буйынса баҫма әҙерләйем. Әсәйемдең Дыуан районының Үрге Хәлил ауылы буйынса 13-сө быуаттан алып йыйылған мәғлүмәттәре, яҙмалары, шәжәрәләре бар. Шуларҙы йыйнап, туплап, тәртипкә һалыу өҫтөндәмен”, ти шағирә.