Бөгөн Өфөлә “Урал моңо” халыҡ-ара фестивале башлана

Бөгөн Өфөлә “Урал моңо” халыҡ-ара фестивале башлана

Бөгөн, 7 июндә, “Урал моңо” халыҡ-ара фестивале башланды. Төрки йәштәрҙең музыкаль конкурсы быйыл Өфөлә һәм Ишембай районында уҙасаҡ.

 “Урал моңо” халыҡ-ара фестивалендә  Саха-Яҡут, Дағстан, Алтай, Мәскәү, Әстрәхән өлкәһе, шулай уҡ Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан башҡарыусыларҙың сығыш яһауы көтөлә.

Конкурс өс номинацияла үткәрелә. Яңғыҙ башҡарыусылар, вокал-инструменталь коллективтар һәм музыҡа ҡоралдарында уйнаусылар айырым билдәләнә. “Урал моңо” фестивале 1992 йылдан үткәрелә, 1995 йылдан ул халыҡ-ара статус алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb