Бөгөн Ғафури районында “Ҡарға бутҡаһы” байрамы үтә

Бөгөн Ғафури районында “Ҡарға бутҡаһы”  байрамы  үтә

Бөгөн, 27 апрелдә Ғафури районының  Сәйетбаба ауылында милли йола “Ҡарға бутҡаһы”  байрамы уҙғарыла.

Оҙон ҡыш үтеп китеүгә, матур яҙ етеүгә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыуына, тәбиғәт уяныуына һөйөнөп уҙғарылған сараны урындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, ауыл биләмәһенең йәмәғәт ойошмалары үткәрә.

"Ҡарға бутҡаһы"-халыҡ байрамы. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша ала. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын да бергәләп күтәрәләр. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы "алсабырҙар" тип йөрөтәләр.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb