Бөгөн “Родина” кинотеатрында “Салауат юлдары буйлап” тип аталған документаль фильмының премьераһы уҙа

Бөгөн “Родина” кинотеатрында  “Салауат юлдары буйлап” тип аталған документаль фильмының премьераһы уҙа

Бөгөн, 26 сентябрь Өфөнөң "Родина" кинотеатрында  “Салауат юлдары буйлап” тип аталған документаль фильмының премьераһы уҙа.

Фильм “Салауат юлдары буйлап” тигән киноэкспедиция барышында төшөрөлдө. Ул милли батырыбыҙҙың тыуған төйәге – Салауат районында башланды һәм артабан өс аҙна Рәсәйҙең һәм Эстонияның 12 ҡалаһында дауам итте.

Йәй башында Башҡортостан Кинематографистар союзы башҡорт киноһы тарихында беренсе тапҡыр Президент гранты фондының федераль грантына лайыҡ булғандан һуң, кино сәнғәте ижадсыларынан бер төркөм үҙенсәлекле сәфәр ҡылып ҡайтты.

Сәфәрҙең ижад емеше булараҡ, көҙ киноэкспедиция, Салауаттың юлдары, Рогервик ҡәлғәһендә үткән йылдары хаҡында документаль фильмдың ҙур экранға сығыуы көтөлә. Кинотаҫманың режиссеры – Таңсулпан Бураҡаева.
Киноэкспедиция ойоштороу идеяһы Фәрит Ғәбитовта яралды, һәм ул миңә мөрәжәғәт итте. Башта фильмды документаль жанрҙа ғына төшөрөргә йыйынһаҡ та, мин нәфис кино төшөрөү буйынса режиссер булғас, сюжет һыҙы­ғына үҙгәрештәр индерелде, ти Таңсулпан Бураҡаева.

Грантҡа йәлеп ителгән 57 ойошма ара­һында беҙ тәүге өс яҡшы проект исемлегенә индек. Салауат – күп милләтле Башҡортостан хал­ҡының символы. Уға бәйле проектҡа Рәсәй кимәлендә ҙурлап грант бирелеүе илебеҙ киңлек­тәрендә Салауат исеменең билдәлелеге хаҡында һөйләй, тине Фәрит Ғәбитов.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb