Бөгөн - Радио һәм элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй

Бөгөн - Радио һәм элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй

Бөгөн - Радио һәм элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Тап ошо көндө 1895 йыл рус физигы Александр Попов радиоалғыс уйлап таба. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә дүрт тиҫтәнән ашыу федераль һәм йөҙҙән ашыу шәхси радиоканал бар. Башҡортостанда 4 ҙур дәүләт радиостанцияһы эшләй. Улар “Юлдаш”, “Спутник”, “Ашҡаҙар” һәм “Рәсәй-Башҡортостан” радиолары.

Рәсәй-Башҡортостан радиоһы — «Башҡортостан» Бөтә Рәсәй дәүләт телеведение һәм радио кампанияһы ҡарамағындағы радиоканал. 1927 йылдың 7 ноябренән башлап эфирға сыға. Тапшырыуҙар һәр ваҡыт «Өфө һөйләй» тигән һүҙҙәр менән башлана, башҡорт һәм урыҫ телендә алып барыла. Эш көндәрендә 200 минут, шәмбе 150 минут, ял көнөндә 210 минут дауамында бара. Радиотапшырыуҙар 68,24 МГц үтә ҡыҫҡа тулҡындарҙа һәм республиканың радио селтәре аша алып барыла. Программалар ижтимағи-сәйәсәт, иғтисад, социаль, мәҙәни-ағартыу мәсьәләләренә ҡағыла. Радиотапшырыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһында һәм күрше төбәктәрҙең сиктәш райондарында тыңлайҙар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb