Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Февраль. Буран...» спектаклен тәҡдим итә

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт театры «Февраль. Буран...» спектаклен тәҡдим итә

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә  «Февраль. Буран...» (Зөһрә Бураҡаева) спектаклен тәҡдим итә.

Спектаклдә ике шағир: көндәлектәге Рәми – Артур Кәбиров, тормоштағы Рәми – Фирғәт Ғарипов.  Ике Рәми бер бөтөн булып баҫҡан кеүек, шағир хаҡындағы спектакль дә проекттың режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев тарафынан бер бөтөн, тәрән эстәлекле сәхнә әҫәре итеп ҡуйылған. 

Башлана 19:00 сәғәт.

Күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына арналған “Февраль.Буран…” исемле ижади проект 2012 йылда бөйөк шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сәхнәләштерелде.

Зөһрә Бураҡаева “Шағир иленә сәйәхәт”те Рәми ағайҙың көндәлегенә һәм тарихи документтарға таянып яҙа. Халыҡ шағирының шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, уйланыуҙары, уның күңел донъяһы – былар барыһы ла әҫәрҙә бермә-бер үрелеп бара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb