Бөгөн «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең һуңгы көнө

Бөгөн «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең һуңгы көнө

Бөгөн, 27 август, «Көмөш Аҡбуҙат» IV халыҡ-ара кинофестиваленең дүртенсе – һуңгы көнө. Көндөҙ Башҡорт опера һәм балет театрында фестивалдең ҡунаҡтары, йондоҙҙары менән түңәрәк өстәл һәм актер Александр Головин, режиссер Кшиштофом Занусси менән ижади осрашыуҙар уҙасаҡ.

Фестиваль «Торатау» конгресс-холында тамамлана. 17:30 сәғәттә «Көмөш Аҡбуҙат»тың ҡунаҡтары ҡыҙыл келәмдән үтәләр, ә инде киске 7-лә ҙур залда ябыу тантанаһы уҙа һәм кинофестивалдең Гран-при яулаусыға иҫтәлекле һын һәм миллион һум тапшырыла.

Шул уҡ кистә «Симфоник төн» проекты сиктәрендә «Ватан» этно-паркында республиканың иң шәп музыканттары Рәсәй һәм донъя кинематографы классикаһы тип иҫәпләнгән фильмдарҙан композициялар башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb