Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

Бөгөн, 22 июнь-Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 77 йыл тула. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. өсөн Республиканан 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә бәйле республикала иҫтәлекле саралар үтә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бөгөн Өфөлә Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Саҡмағош районы Туҡай ауылында бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Зиннәт Вәлиуллинды ҡайтанан ерләйҙәр. Яугир 1942 йылдың майында Новгород өлкәһендә һәләк була. Быйыл Киров ҡалаһынан эҙәрмәндәр отряды ҡаҙыу эштәре барышында яҡташыбыҙҙың һөйәктәрен таба. Һуңынан улар Башҡортостан вәкилдәре менән элемтәгә сыға һәм Зиннәт Вәлиуллиндың туғандарын таба. Киров эҙәрмәндәре Новгород өлкәһендә ҡаҙыу эштәре барышында Кушнаренко районынан Петр Рассказовтың һөйәктәрен дә тапты. Яугирҙы иртәгә Өфө ҡалаһында ер ҡуйына тапшыралар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb