Бөгөн «Хыялға ҡаршы» спектакле «Театр» телеканалында күрһәтелә

Бөгөн  «Хыялға ҡаршы» спектакле «Театр» телеканалында күрһәтелә

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Хыялға ҡаршы» спектакле «Театр» телеканалында күрһәтелә. Етем ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килгән үҫмерҙәр тураһында спектакль башҡорт актерҙары Мәскәүҙә сығыш яһаған саҡта төшөрөлгән. Тамаша Илсур Ҡаҙаҡбаевтың инеш һүҙе менән бөгөн киске 5-се 15 минутта күрһәтелә.
Программаны http://telekanalteatr.ru/schedule һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» Халыҡара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: "Иң яҡшы актер ансамбле" һәм "Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн", 2016 йыл

«Коляда-рlays» заман драматургияһы Халыҡ-ара театр фестивалендә "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһында билдәләнде, Екатеринбург, 2017 -Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәйәҫәре буйынса  «Хыялға ҡаршы» спектакле күп тамашасыларҙың яратып ҡараған спектаклдәренең береһе.

Спектакль балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошо, ғаилә яҙмыштары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында.
Ни өсөн спектакль «Хыялға ҡаршы» тип атала? «Ҡаршы» был осраҡта ике мәғәнәлә: хыялға табан ынтылыш, уға ҡаршы йүгереү һәм ниндәйҙер көстөң кемдеңдер хыялына ҡаршы тороуы түгелме һуң?
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хыялы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән етдирәк, ҙурыраҡ һәм көслөрәк. Сөнки уларҙың хыялы бик һирәк тормошҡа аша. Ашҡан хәлдә лә үҙҙәре теләгәнсә түгел. Был үҫмерҙәрҙең хыялы, бер ҡараһаң, үҙҙәренән айырым «йәшәгән» кеүек.
Ә ни өсөн спектаклдең жанры «повесть» тип билдәләнгән? Сөнки төрлө ваҡиғаларҙы айырым артистар (йәштәр) һөйләй: малай, ҡыҙ, тәрбиәсе, әсә, өлкән кеше... һ.б булып. Һөйләй, сөнки уларҙы уйнау мөмкин түгел, бының өсөн шунда тәрбиәләнергә, ошо ваҡиғаларҙы үҙ башыңдан кисерергә кәрәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb